Мәскәүҙең Сколково инновация комплексында «Уфимец» ойошмаһында етештерелгән пилотһыҙ осоу ҡоролмалары һәм двигателдәр юғары баһаланды.
Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты. «Пилотһыҙ осоу системаһы-киләсәк технологияһы» халыҡ-ара форумы күргәҙмәһендә Рәсәйҙең 76 төбәгенән компаниялар стенды ойошторолдо.
«Уфимец»-Башҡортостан авиация системаһының фәнни-сәнәғәт резиденты. Ҡеүәтле ойошма күргәҙмәлә «Уфимец 150», «Уфимец» fpv-дрондарын һәм электр двигателдәрен тәҡдим итте. Иҫегеҙгә төшөрәм, тап ошо етештереүсенең дрондарын беҙ махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатабыҙ-яугирҙар техниканы бик маҡтай. «Уфимец» двигателдәре Сколково инженер-спорт ярыштарында бер нисә номинацияла иң яҡшыһы тип табылды. Форум сиктәрендә «Архипелаг-2025» мәғариф проекты ойошторолдо. Был программала республика командаһы пилотһыҙ осоу системаһы сценарийҙарын әҙерләү буйынса эшлекле уйында беренсе урын яуланы. Бынан тыш, «Аврора» таланттар үҫтереү үҙәге һәм Өфө радиоэлектроника колледжы студенттары ла яҡшы һөҙөмтәләргә иреште. Улар пилотһыҙ осоу ҡоролмаларын һаҡлау ярышында лидерҙар тип билдәләнде. Был техника бөгөн төрлө тармаҡтарҙа һорау менән файҙалана. Башҡортостан ошо ҡорамалдарҙы етештереү үҙәгенә әйләнер, тип ышанабыҙ, тип белдергән төбәк етәксеһе.




