Башҡортостан аграрийҙары быйыл рекордлы күләмдә майлы культуралар йыйып алырға өмөтләнә

Был турала Хөкүмәт Премьер-минстры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ведомство етәксеһенең уңыш булмаһа бәлә, ә күп булһа бөтөнләй фажиғә тип әйткән һүҙҙәре лә хәтерҙә. Сөнки ашлыҡты һаҡлау урыны булмаһа, уны мул туплауҙан файҙа юҡ. Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров ашлыҡ киптереү комплекстарын төҙөү буйынса республика программаһын булдырырға ҡушты. Дәүләт һәм ауыл хужалығы предприятиелары менән берлектә йыл һайын өсәр комплекс төҙөгәндә лә табыш үҙебеҙҙә ҡаласаҡ, тине Андрей Назаров Хөкүмәттең оператив ултырышында ҡаралған башҡа мәсьәләләр тураһында Айнур Кәбиров репортажы.

Уңыш ярайһы уҡ яҡшы үҫтерелгән. Ауыл эшсәндәре гектарынан уртаса 37 центнер ашлыҡ һуға. Ләкин үҫтереү бер, ә бына уны юғалтыуһыҙ йыйып алыу төп мәсьәлә. Тап урыу, һаҡлау осоронда аграрийҙар ҙур юғалтыуҙар кисерә. Сөнки киптерелмәгән иген күпкә арзан һәм уны үҙҡиммәтенә һатыу сығымдарҙы ла ҡапламай. Өҫтәүенә быйыл майлы культуралар ҙа бығаса булмаған күләмдә көтөлә.

Газ яғыулығы ҡойоу станциялары менән дә шундай хәл. Республика илдә был күрһәткестәр буйынса өсөнсө урында. Былтыр төбәктә 13 станция төҙөлгән. Был яҡшы күрһәткес, ләкин етерлек түгел. Андрей Назаров автомобиль газы ҡойоу үҙәктәренең һәр районда ла булыуы шарт, тип белдерҙе.

Ә бына мәшғүллек өлкәһендә күрһәткестәр бер төрлө генә түгел. Тармаҡ министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эшһеҙлек 1,6 процент кимәлендә. Йәғни былтырғы менән сағыштырғанда мең кешегә кәмеп 9 мең кимәлендә туҡталған. Шул уҡ ваҡытта эшсе көстәр етешмәү проблемаһы ла киҫкенләшә бара. Быйыл мәҫәлән кадрҙарға ҡытлыҡ 83 мең кеше менән иҫәпләнә.

Оператив кәңәшмәлә республиканың онкология хеҙмәте эшмәкәрлеге лә тикшерелде. Әле төбәктә беренсел медицинала 61 кабинет, ә икенсе кимәлдә амбулатор ярҙам күрһәтеүсе 14 үҙәк эшләй. Уларҙа 105 меңдән ашыу яман шеш менән сирләүсе иҫәптә тора. Ауырыуҙарҙы киҫкенләшмәҫ борон асыҡлау маҡсатында һуңғы алты йылда ғына медицинаны модернизациялауға 5 миллиард һум аҡса йүнәлтелгән.

Кәңәшмә һуңында аҙна аҙағында көтөлгән мөһим ваҡиға- армия мәҙәниәте көндәренә әҙерлек тә тикшерелде. Федераль кимәлдә уҙғарылған байрам бер генә районды ла урап үтмәй. Рәсәйҙә популяр артистар ҡатнашлығында концерттар, абруйлы шәхестәр менән осрашыуҙар, хәрби ансамблдәр сығышы көтөлә.

Айнур Кәбиров

Волна
БАШКОРТТАР-БСТ