Республиканан махсус хәрби операция биләмәһенә иҫәп буйынса 158-се гуманитар ылау оҙатылды

«Башҡортостан» полкы һәм башҡорт батальондары транспорт сараларынан тыш, дрондар һәм эсәр һыу менән тәьмин ителәсәк. Шулай уҡ хәрбиҙәргә шәхси посылкалар ҙа әҙерләнгән. Дәүләт Думаһы депутаты Динар Ғилметдинов билдәләүенсә, гуманитар ярҙам күрһәтеү буйынса беҙҙең төбәк илдә алдынғылар иҫәбендә.

Гуманитар ярҙам туплауҙа Башҡортостан предприятиелары әүҙемлек күрһәтә. Компанияларҙың береһе Донбасҡа инде 40-сы бронялы «Урал» машинаһын оҙатты. Хәрбиҙәрҙең һорауы буйынса, өс транспорт сараһы ла дронға ҡаршы ҡулайлама менән тәьмин ителгән.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ