Стәрлебаш районында балалар ағыуланыуы осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды

Стәрлебаш районы «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында балалар ағыуланыуы осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йәкшәмбе Стәрлетамаҡ дауаханаһына лагерҙа ағыуланған 25 кеше мөрәжәғәт итә. Уларҙың өсәүһе-вожатый, ҡалғандары балалар. Табиптар тикшереүенән һуң, 16 кеше дауаханағап һалына, ҡалған ун кеше өйҙәренә ҡайтарыла. Пациенттарҙың хәле уртаса тип баһалана. Балаларҙың һәм өлкәндәрҙең сәләмәтлегенә хәүеф янамай.

Осраҡ буйынса тикшереү ойошторолған. Лагерҙа балалалар өсөн әҙерләнгән ризыҡтар һәм һыу лабораторияла тикшерелә. Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәт идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, норовирус инфекцияһы аҙыҡ-түлек әҙерләүсе хеҙмәткәрҙән таралған. Тикшереү осорона лагерь эшмәкәрлеге туҡталып тора.

Балалар һәм хеҙмәткәрҙәр ашаған аҙыҡ-түлек, эскән һыу тикшерелә. Учреждениела тәҡдим ителгән продукция зыянлы тип табылған осраҡта етәкселәр закон буйынса яуап бирәсәк. Бәлиғ булмағандарҙың ялын ойоштороуға ҡағылышлы документтар тикшерелә.

Анна Войтюк, Башҡортостан прокуроры ярҙамсыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ