Өфөлә «Сәләмәт булыу шәп!» акцияһы еңеүселәре бүләкләнде

Өфөлә «Мөмкинлектәр донъяһы» партия проектының «Сәләмәт булыу шәп!» Бөтә Рәсәй акцияһы еңеүселәре тәбрикләнде. Федераль этап һөҙөмтәләре буйынса Дүртөйлө районы һәм Нефтекама ҡалаһынан биш уҡыусы «Артек» лагерына путевкалар менән бүләкләнде.

Үҫмерҙәр йыл дауамында үҙҙәренең белем усағында сәләмәт йәшәү рәүеше һәм дөрөҫ туҡланыу тураһында асыҡ дәрестәр уҙғарған. Белгестәр уларҙың эштәрен юғары баһалаған. Сара сиктәрендә акцияла әүҙем ҡатнашҡан педагогтарға ла Рәхмәт хаттары тапшырылды. Билдәле булыуынса, үҫеп килгән быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүгә йүнәлтелгән проектта барлығы биш меңдән ашыу ҡатнашыусы теркәлгән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ