Баш ҡалала Самауыр байрамы үтте

«Арт-квадрат» майҙанында уҙғарылған мәҙәни сарала самауырҙар күргәҙмәһе, театрлаштырылған тамаша ойошторолдо. Ҡунаҡтар Башҡортостан милли музей коллекцияһы самауырҙары менән танышып хуш еҫле үләндәрҙән әҙерләнгән сәйҙәр тәмләне. Ижади майҙансыҡтарҙа белгестәр самауыр тарихы, төрлө халыҡтарҙа сәй эсеү менән бәйле йолалар тураһында һөйләне. Төбәктә бренд булырлыҡ мәҙәни саралар Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме буйынса уҙа. Былтыр ғына самауыр байрамдары Башҡортостандың 63 муниципалитетында ойошторолған.

Выборы 2026
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ