Ишембай районында Торатау майҙанында «Спорт ере-2025» марафоны үтте

Тәбиғәт ҡосағында ойошторолған сәмле ярышта республиканың төрлө райондарынан йыйылған 600 кеше көс һынашты. Әүҙем ял ваҡытын яратыусылар араһында төрлө һөнәр эйәләре-табиптар, уҡытыусылар, төҙөүселәр, аграрийҙар, хоҡуҡ һаҡсылары булды. Улар волейбол, футбол, күңелле старттарнҙа ҡатнашты, үҙҙәрен ГТО үҙен һынап ҡараны.

Спорт майҙансығында милли уйындар ҙа ойошторолдо. Ылаҡ, тарт-эт, уҡтан атыу һәм башҡа әүҙем уйындар шау-гөр килеп торҙо. Ҡунаҡтар бай йөкмәткеле концерт ҡарап көс-дәрт тупланы. Призлы урындар алыусы командаларға иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ