«Юлдаш»тар йәнә тамашасыһы менән осрашты. Стәрлетамаҡ ҡалаһында радио хеҙмәткәрҙәре һәм башҡорт эстрадаһы йырсылары ҡатнашлығында «Беҙ бергә» фестивален 18 меңдән ашыу тамашасы ҡараған. Юрий Гагарин исемендәге ял паркының төп сәхнәһенән танһыҡ көй-моңдар, мауыҡтырғыс уйындар, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Заманса биҙәлгән сағыу сәхнәлә «Теге өсәү». «Юлдаш» радиоһы иртәһен биҙәгән алып барыусылар Йәмил Ишмөхәмәтов, Филүс Ҡасимов һәм Айбулат Сәсәнбаев халыҡ менән ихлас аралашыуы, шәп бүләктәр таратыуы йәнә тамашасылар күңеленә хуш килде.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында радио хеҙмәткәрҙәре башҡорт эстрадаһы йырсылары ҡатнашлығында «Беҙ бергә» фестиваленең үтеүе күптән инде йолаға әйләнгән. Сираттағы мәҙәни осрашыу айырыуса, иҫтәлекле. «Юлдаштар» быйыл үҙенең 25 йыллығын билдәләһә, ә фестиваль ойошторолған күңел асыу майҙансығы 20 йыллыҡ эшмәкәрлеген барланы.
Мәҙәни сара Президент гранттары фонды ярҙамында «Креатив кластер»Беҙ бергә«проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылды. «Про парк» Бөтә Рәсәй бәйгеһендә»Йыл сараһы«номинацияһында еңеү яулаған фестиваль Стәрлетамаҡ ҡалаһы өсөн генә түгел, республиканың көньяҡ райондары, шулай уҡ Ишембай, Күмертау, Салауат, Мәләүез ҡалалары, күрше төбәк халҡы өсөн дә көтөп алынған байрам.
Әлбиттә, осрашыу ҙа һуңғыһы булмаясаҡ. Сөнки, юлдаштар юбилей йылында тағы ла ҙур бер музыкаль күстәнәс әҙерләй. 25 сентябрь»Өфө-Арена«спорт комплексында яратҡан тамашасыһын көтөп ҡала.
Азат Ғәлиуллин




