Башҡортостан милли архивы хеҙмәткәрҙәре Ҡурған өлкәһе Әлмән районының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында һаҡланған башҡорт ауылдарының метрика китаптарын реставрациялап, һанлаштырған. Ғәрәп графикаһы менән иҫке төркисә яҙылған документтарға яҡташтарыбыҙ 2022 йылда уҡ тап булғайны. Метрика китаптары йөҙҙән ашыу папкала килтерелә, уларҙы өйрәнгәндә исемлектә булмаған тиҫтәгә яҡын ауылда йәшәүселәр тураһында ла мәғлүмәт табыла. Оҙайлы эштән һуң документтар кире Ҡурған өлкәһенә ҡайтарыла. Тыуған яҡты өйрәнеүселәр барлыҡ тупланған материалдар менән электрон вариантта таныша аласаҡ.




