Әбйәлил районында Спорт байрамы ойошторолдо

Ул йыл һайын августа билдәләнгән физкультурниктар көнөнә арналды. Сәләмәт тормош һөйөүселәрҙе урындағы хакимиәт башлығы Айрат Әминев сәләмләне. Ул төбәктә спортты үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленеүен билдәләп, бер төркөм ветерандарға райондың почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы. Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ»Спартак«ойошмаһының иҫтәлекле миҙалдары менән дә бүләкләнде.

Байрам программаһы бик бай һәм төрлө ине. Унда футбол, волейбол, гер күтәреү, шахмат, уҡтан атыу кеүек спорт төрҙәре буйынса ярыштар уҙғарылды. Байрам аҙағында еңеүселәргә кубоктар һәи иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Сарала ҡатнашҡан һәр кем күтәренке кәйеф һәм яңы көс алып таралды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ