Сколков майҙансығында “Пилотһыҙ системалар: киләсәк технологияһы” тигән беренсе халыҡ-ара форум үтте. Унда республикала етештерелгән осҡостар һәм двигателдәр күрһәтелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә ошо турала яҙған. “Стендта “Уфимец” компанияһы пилотһыҙ авиация системаһын, fpv-дрондар һәм 6 модификациялы электр двигателдәрен тәҡдим итте. Двигателдәр Сколков майҙансығында уҙғарылған инженер-спорт ярыштарында бер нисә номинацияла еңеүсе булған. Тап ошо предприятиеның дрондары махсус хәрби операцияға ебәрелә. Яугирҙар уның сифатлы булыуы тураһында белдерә”, - тип яҙған республика етәксеһе. Башҡортостан командаһы ил төбәктәренең берҙәм рейтингында Гран-при яулаған. Шулай уҡ “Архипелаг” проектында “Пилотһыҙ авиация системалары” тигән темаға арналған эшлекле уйынға сценарийҙар яҙыуҙа еңеүсе булған. “Аврора” һәләттәрҙе үҫтереү үҙәгендә шөғөлләнгән балалар һәм Өфө радиоэлектроника колледжы студенттары форумда шулай уҡ яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. “Башҡортостанды илдәге пилотһыҙ авиация үҫеше үҙәгенә әйләндереү өсөн бөтә мөмкинлектәр бар”, - тип билдәләгән Радий Хәбиров.




