Лугансҡ ҡалаһы госпиталдәрендә «Беренсе тирмә» ирекмәндәренең 20-се төркөмө эш башланы

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә Донбаста яраланған яугирҙарға ярҙам күрһәтеүсе Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары тураһында яҙып сыҡты. Проект былтыр ноябрҙә башланғайны. Луганск халыҡ республикаһында ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ яралыларҙы ҡарай, ашата, процедураларға йөрөтә, ғөмүмән һәр ерҙә лә ярҙам итә.

Смена ике аҙна дауам итә һәм күптәр бер генә барыу менән сикләнмәй. Яугирҙар уларҙы көтөп ала. «Беренсе тирмә» проектында 32 райондан 146 ҡатын-ҡыҙ ҡатнашты. Уларҙың күптәренең яҡындары махсус хәрби операцияла ҡатнаша. 20-се сменала Ауырғазы, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә һәм Шаран райондарынан ете гүзәл зат вәкиле. Ирекмәндәргә сәләмәтлек теләйем. Хеҙмәтегеҙ, изге эштәрегеҙ, ситтә ҡалмауығыҙ өсөн баш эйәм, тигән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.

Волна
Акции БСТ