Белем алыу өсөн шарттар. Әбйәлил районы Буранғол ауылы мәктәбе интернаты Белем көнөнә балаларҙы яңы шарттарҙа ҡабул итергә әҙерләнә. Капиталь ремонт районда баҡыр сығарыу буйынса яңы предприятие төҙөйәсәк инвестор аҡсаларына башҡарыла. Инвестор -«Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ярҙамында яңы һулыш алған обьектта капиталь ремонт барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова танышты. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Подрядсы ойошма директоры Станислав Тарасюк һәм уның етәкселегендә эшләүселәргә был тәүге объект түгел. Күрше ауылдарҙан Буранғолға уҡырға йөрөгән балалар уңайлығы өсөн бында бөтәһе лә ҡаралған. Мәктәп уҡыусыларына тәғәйенләнгән ятаҡта капиталь ремонт эштәренең 90 проценты тамамланған. Төҙөүселәр кабинеттарҙы һәм йоҡо бүлмәләрен йыһазландырыу, йылытыу селтәрҙәрен нығытыу менән мәшғүл. Әйткәйндәй, инвестор Әбйәлил районында геологик разведка эштәре тамамланмаҫ элек, социаль объекттарға капиталь ремонт өсөн сығымдарҙы 70 миллион һумдан йөҙ миллионға тиклем арттырған.
Айырым йылылыҡ үҙәген өҫтәмә рәүештә урынлаштырырға ҡарар иттеләр. Ул бинаның подвалында урынлашҡан.Үҙәк тышҡы һәм эске температураны көйләй, йылы һыу ағымын һәм баҫымды контролдә тота. Йылылыҡ үҙәге балаларға уңайлы һәм йылы шарттарҙа йәшәү мөмкинлеген бирәсәк. Бынан ары стеналар ҙа йылылыҡ етмәүҙән күгәрмәйәсәк һәм дымланмаясаҡ, ти белгестәр.
Буранғол ауылында быға тиклем мәктәпкәсә балалар учреждениеһы булмаған. Шуға күрә ата-әсәләр үтенесен иҫәпкә алып, ике бүлмә балалар баҡсаһы төрбиәләнеүселәре өсөн йыһазландырыласаҡ. Бынан тыш,уҡыусылар өсөн технология кабинеты, ике спорт залы, бейеү эалы ҡаралған. Балаларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн бинала видеокүҙәтеү камералары һәм янғын осрағын иҫкәртеү ҡорамалдары ҡуйылған.
Ә был кабинеттар интернат менән бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан табип амбулаторияһыныҡы. Медицина учреждениеһына яңы ҡорамалдар урынлаштырыласаҡ. Пациенттар яңы шарттарҙа медицина ярҙамы аласаҡ. Буранғолдар капиталь ремонттан һуң бер ҡыйыҡ аҫтында бер-нисә социаль объектлы буласаҡ. Ауыл халҡы, айырыуса өлкән быуын вәкилдәре интернат бинаһында капиталь ремонт үткәрелеүенә сикһеҙ шат.
Төҙөүселәр әйтеүенсә, яңыртылған интернатты асыу 1 сентябргә планлаштырылған. Капиталь ремонттан һуң бинала тәрбиәләнеүселәргә лә, персоналға ла уңайлы буласаҡ.. Әммә был-муниципалитет үҫеше өсөн инвестор вәғәҙә иткәндең бик бәләкәй өлөшө генә. Сиратта-яңы социаль проекттар һәм обьекттар.
Буранғол ауылы мәктәбе интернатында ремонт эштәре тулыһынса тамамланған. Йоҡо, спорт, музыка, хеҙмәт дәрестәре бүлмәләре тиҙҙән йыһазландырыла. Белем көнөнә район өсөн мөһим социаль обьектты файҙаланыуға тапшырыу өсөн төҙөүселәр оҙайтылған режимда эшләй.
Гүзәл Борханова



