Өфөлә йәшәүселәр күп ҡатлы йорт баҙын һыу баҫа тип зарлана

Өфөлә йәшәүселәр күп ҡатлы йорт баҙын һыу баҫа тип зарлана. Өй подъезында һаҫыҡ еҫ, дым тора, хатта торлаҡтың нигеҙе боҙола башлаған. Өфө һыу каналы яуаплылығындағы участкаларҙа мәсьәлә бер нисә ай хәл ителмәй, ти дәғүә белдереүсе граждандар. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе яҙмала.

Билдәле маркетплейстың тауар биреү пунктында хеҙмәткәрҙәр бер нисә аҙна резина итектәрҙә эшләй. Һыу ағымын бер нисек тә туҡтатып булмай. Күршеләге кибет бындай шарттарҙа эшләргә теләмәйенсә бөтөнләй күсеп киткән. Октябрь Проспекты 5 адресы буйынса һыу баҫыу мәсьәләһе бер нисә аҙна хәл ителмәй.


Йорт баҙын йәй буйы һыу баҫа. Иҫке бинаның серек нигеҙе һыуҙан ҡойола башлар тип ҡурҡабыҙ. Беренсе ҡатта йәшәүселәрҙе тиҙҙән һыу баҫа башлаясҡ. Совет районы буйынса идара итеүсе компанияға мөрәжәғәт иттек. Улар проблема Өфө Һыу каналы яуаплылығында ти. Һуңғылары ҡайтанан идара итеүсе компанияға ебәрә. Бер кем дә һыу мәсьәләһен хәл итергә теләмәй.

Янина Ураҙмәтова

Күп ҡатлы йортта йәшәүселәр мәсьәләне хәл итеүҙе һорап төрлө интсанцияларға мөрәжәғәт иткән, әммә уларға чиновниктарға хас яуап хаттары килә-йәнәһе лә мәсьәлә тиҙҙән хәл ителәсәк, барыһы ла контролдә тотола.


проблема компания тарафынан оҙаҡ хәл ителмәне. Әммә уҙған аҙнала Өфө Һыу каналы торбаларҙы ремонтланы.. Әле баҙға ҡалдыҡ һыуҙар күтәрелә. Яҡын арала беҙ уны киптереп эште тамамлайбыҙ.

Денис Артемьев, Өфөнөң Совет районы торлаҡ хужалығы идаралығы директоры урынбаҫары

Ошондай уҡ проблема Революция урамы 129 адресы буйынса йәшәүселәрҙе борсой. Баҙҙағы һыу күтәрелеп уларҙың йорт нигеҙен йәшел мүк баҫҡан. Подъездарға таралған насар еҫ, дым граждандарҙың баш бәләһенә әйләнгән.

Идара итеүсе компанияға Һыу каналы балансындағы торбаларҙы үҙаллы төҙөкләндерергә рөхсәт ителмәй. Әле участка буйынса заявкға ҡабул ителгән, ремонт эштәре бөгөн-иртәгә башланыр тип көтөлә. Һыу каналы торбаларҙағы ағымды һүндергәс идара итеүсе кампания ремонт эшләргә тейеш.


Совет районы коммуналь хужалығы идаралығынан заявка ҡабул ителде. Уртаҡ көс менән проблеманы хәл итергә әҙерләнәбеҙ, төҙөкләндереү яҡын арала башлансаҡ.

Евгений Муравин, «Өфө һыу каналы» предприятиһы өлкән диспетчеры
Башбат

Комммуналь хужалыҡ өсөн квитанция буйынса ай һайын аҡса түләгән граждандар намыҫлы хеҙмәтләндереүгә өмөт итә. Тиҙҙән йылытыу миҙгеле башланасаҡ, фатир хужалары һыу бағыу мәсьәләһе быға тиклем һуҙылмаһын тип көтә.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ