Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре хәҙер республикала 147 меңдән ашыу иҫәпләнә. Үҙ эшен Благовар районында табыусылар ҙа етерлек. Фермер Алик Ғәниев мәҫәлән, баҡсасылыҡ йүнәлешендә махсуслашҡан. Йүнсел тиҫтәләп төр йәшелсәләрҙән тыш, селекция ярҙамында сығарған алмалар ҙа үҫтерә. Республика климатына яраҡлаштырылған «Башҡорт зөбәржәте» тип исемләнгән сортты өйрәнеүгә генә 40 йыл самаһы ваҡыт талап ителгән.
Алик Ғәниев ауыл хужалығы менән ғүмер буйы шөғөлләнә. Тәүҙә эште умартасылыҡтан башлай. Һуңынан, йәшелсәгә күсә. Бөгөн хужалыҡ 50 гектарҙан ашыу майҙанды тәшкил итә. Эште алып барыуҙа яҡындары ярҙам итә. Ә инде продукция Благовар районынан тыш, баш ҡала баҙарҙарында ҙур һорау менән файҙалана.



