Кесе Ватанының юбилейын урындағы халыҡ юғары кимәлдә ҡаршыланы: тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү буйынса түңәрәк өҫтәл, мәҙәни һәм спорт саралары уҙғарылды. Биләмәнең үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәккә үҫеш мөмкинлектәре тураһында киләһе яҙма.
Ун өс милләт халҡын берләштергән Оло Ыҡтамаҡ ауылы 225 йыллығын ҡаршыланы. Ошо уңайҙан урындағы мәҙәниәт йортонда фольклор коллективтар, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылып, Кесе Ватанға бәйле тарихи мәғлүмәттәр менән уртаҡлашты. Район хакимиәте етәкселеге билдәләүенсә, ауыл тиҙ үҫешә. Ҡасандыр илле генә ихата иҫәпләнһә, хәҙер бында яҡынса һигеҙ мең кеше йәшәй.
Республиканың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан ауыл юбилейын лайыҡлы ҡаршылай. Биләмәлә медицина һәм мәғариф учреждениелары яңыртыла, юлдар төҙөкләндерелә, яңы объекттар күтәрелә. Урындағы халыҡ та үҙгәрештәрҙе ҡыуанып ҡабул иткән.
Район үҙәгенең киләсәге-тырыш һәм берҙәм йәштәр ҡулында. 2023 йылдан алып биләмәлә Беренселәр хәрәкәте үҫеш алған. Йәштәр үҙәге менән берлектә уҙғарылған граффити конкурсы ла ауылға йәм өҫтәне.
Мәсетлеләр сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлы. Район үҙәгенең юбилей датаһы уңайлы күләмле спорт саралары ла үтте. Волейбол, футбол, еңел атлетика, өҫтәл теннисЫ-барлығы ете спорт төрө буйынса ярыштар уҙғарылды.
Үҙәк майҙанда көн дауамында мәҙәни программа барҙы. Үҙешмәкәр коллективтар ҡатнашлығында концерт ҡуйылды. Район халҡын Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Заһир Зәйнетдинов та тәбрикләне.
Гөлназ Хәйбуллина



