Владимир Севастьянов водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе юлда иғтибарлы булырға саҡырҙы

Башҡортостандың баш дәүләт автоинспекторы Владимир Севастьянов водителдәрҙе һәм йәйәүлеләрҙе юлда иғтибарлы булырға саҡырҙы. Республика төбәктәрендә ямғыр, урыны менән боҙборсаҡ яуа, елдең тиҙлеге секундына 20 метрға тиклем етә. Владимир Севастьянов иртәле-кисле томан һәм ямғыр ваҡытында киҫкен манёврҙарға бармаҫҡа, тиҙлек режимы һәм дистанция һаҡларға, боролоштар һәм йәйәүлеләр үткәүелдәре алдынан тиҙлекте алдан кәметергә кәңәш итә. Йәйәүлеләргә лә юл аша билдәләнгән урындарҙа ғына сығырға, кейемдә яҡтылыҡты ҡайтарыусы элементтар ҡулланырға кәрәк.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ