Мәләүез районының «Ашҡаҙар» агрокомплексы штат һанын ике тапҡырға арттырырға йыйына

900 миллиард һумлыҡ 2 меңдән ашыу инвестиция проекты. Республикала өҫтөнлөклө социаль-иҡтисади үҫеш проекттары иҡтисадтың төрлө тармаҡтарында яңы эш урындары булдырыуҙы ла күҙ уңында тота. Мәләүез районындағы «Ашҡаҙар» предприятиеһы, мәҫәлән, республиканың көньяҡ биләмәһендәге иң ҙур агрокомплекстарҙың береһе. Үҫемлекселек һәм малсылыҡ йүнәлешендә махсуслашҡан хужалыҡ йөҙҙән ашыу кешене эш урындары менән тәьмин иткән. 20 мең гектар майҙанда бойҙай, арпа, көнбағыш һәм кукуруз үҫтерелә. Бөгөн иген культураларын киптереү өсөн яңы комплекс төҙөлөшө тамамланыу алдында.


2-3 йыл эсендә штат күләмен 2 тапҡырға арттырыу күҙаллана. Сөнки яҡын арала яңы производство асыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта мал һуйыу цехы, киләһе йылда яңы һөт комплексын төҙөүгә лә тотонабыҙ. Ғөмүмән, беҙҙең предприятие Мәләүез районы иҡтисадында мөһим урын алып тора. Етештерелгән продукцияһының 80 проценты ғына ла урындағы халыҡҡа тәғәйенләнгән.

Илнур Хәлитов, «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы предприятиеһы директоры урынбаҫары

Малсылыҡ-«Ашҡаҙар» предприятиеһының тағы бер төп үнәлештәренең береһе. Әле хужалыҡта йәмғеһе мең ярымлап эре мал иҫәпләнә. Етештерелгән һөт күләме буйынса хужалыҡ төбәктә алдынғылар исемлегендә. Урында кадрҙар тәрбиәләү эшенә лә ҙур иғтибар бирелә. Сентябрҙә бында тауар фермаһы эргәһендә бөтә илдән тармаҡ белгестәрен уҡытыу мәктәбе асыласаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ