Өфөлә 41 йыл хеҙмәтен Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына арнаған генерал-майорҙы оҙаттылар

Өфөлә генерал-майор Марат Латиповтың Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығының байрағы менән хушлашыу тантанаһы үтте. Быйыл июндә ул отставкаға китергә ғариҙа яҙҙы һәм уға «Башҡортостандың атҡаҙанған ҡотҡарыусыһы» типгән маҡтаулы исем бирелгәйне. Марат Латипов төбәк идаралығына ун йылға яҡын етәкселек итте. Ошо ваҡыт эсендә ойошма күп тапҡырҙар илдә иң яҡшыһы тип танылды. Шулай уҡ республикала йәшәүселәрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм инфраструктура булдырыу буйынса күләмле эш башҡарылды. Дөйөм алғанда, Марат Латипов Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына 41 йыл ғүмерен арнаған.

Тантаналы сара Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында үтте. Ведомство байрағы менән хушлашыу һәр хеҙмәткәр һәм хәрби тормошонда тоғролоҡ антынан ҡала иң мөһим ритуалдарҙың береһе. Байраҡ-төп реликвия. Сарала Республкиа Хөкүмәте, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай вәкилдәре, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, идаралыҡтың шәхси составы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Волга буйы федераль округын төбәктәрендәге баш идаралыҡтары етәкселәре ҡатнашты. Марат Латиповҡа шлулай уҡ иҫтәлекле штандарт-идаралыҡ байрағының күсермәһе тапшырылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ