Заманса производство. Башҡортостанда автомобиль двигателдәрен һәм сәнәғәт ҡоролмаларын етештереүсе завод майҙанын киңәйтеү күҙаллана. Өҫтөнлөклө инвестиция проектына ярашлы, «Технопром» заводы Өфөнөң Дим биҫтәһендә төҙөлә башлаған. Заманса проект производство ҡеүәтен арттырырға, яңы эш урындары булдырырға мөмкинлек бирә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
«Технопром» заводында етештерелгән тимер станоктар сәнәғәт тармағында төрлө йүнәлештәрҙә файҙаланыла. Роботлаштырылған ҡоролма автомобиль двигателдәрен шымартырға, электроника деталдәрен етештерергә ярҙам итә. Төбәктә ете йыл элек эшләй башлаған предприятие тауарҙары Рәсәйҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә лә ҙур һорау менән файҙалана.
Программистар, инженерҙар, цех эшселәре һәм аҡыллы роботтарҙың уртаҡ көсө менән юғары сифатлы станоктар барлыҡҡа килә. Автомобиль двигателдәре өсөн ҡорамалдарҙан, тыш бында ҙур производстволарҙа елемде тигеҙләп һалыу, мебель деталдәрен ялғау өсөн продукция етештерелә. Заманса станоктар заводы майҙанын киңәйтеү өҫтөнлөклө инвестиция проекты исемлегендә. Республика ярҙамы менән Дим биҫтәһендә предприятиеның яңы заводы төҙөлә башлаған.
10 мең квадрат метрға иҫәпләнгән яңы заводта етештерелгән продукция күләмен бер нисә тапҡыр арттырыу мөмкинлеге бар. Рәсәйҙә етештерелгән станоктар сифат буйынса сит ил тауарҙарынан да яҡшыраҡ. Ә иң мөһиме, предприятиела 50 кешегә яңы эш урыны булдырыла.
Флорида Ким



