Республика сәхнәһендә донъя классикаһы. 88-се яңы ижад миҙгелендә Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театрында яңы премьера: «Джоаккино Россиниҙың» «Севиль сәс алыусыһы» операһы ҡуйыласаҡ. Яңы операға йәлеп ителгән рәссамдар, костюмерҙар, бутафор цехы хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеге менән беҙҙең ижади төркөм дә танышты. Был хаҡта тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.
Йәйге ялдан һуң театр цехтарында тормош йәнләнә. Тегеү цехы етәксеһе Наталья Васильева фекеренсә, хеҙмәткәрҙәр яратҡан һөнәрен һағынып эшкә тотона. Костюмдар ҡуйыусы-рәссам Иван Складчиков эскизы буйынса тегелә. Улар театрҙың сәнғәт советы тарафынан июндә үк раҫланған, әлеге ваҡытта контроль үлсәүҙәр башҡарыла.
«Севиль сәс алыусыһы» операһында ҡатын-ҡыҙҙар хоры юҡ. Рәссам-конструктор Светлана Захарова ирҙәр кейемдәре цехында костюм туҡымаларын бесеү менән мәшғүл. Ул костюм өлөштәрен артистарға килешле итеп ултыртыу өсөн яуаплы. Һәр береһенә көнөнә яҡынса 4-5 сәғәт самаһы ваҡыт китә.
Ноябрҙа үтәсәк премьераға тиклем ике айҙан ашыу ваҡыт булһа ла, эш көнөнөң һәр минуты ҡәҙерле. Костюмдар биҙәү цехында ла эш үҙенсәлекле. Сәхнә костюмдарында натураль бәрхәт, селтәрҙәр, парса, жаккард ҡулланыла.Ҡатмарлы аппликациялар энә ярҙамында ҡулдан тегеп нығытыла. Был цехта эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар тырышлығы менән йөҙҙән ашыу сәхнә костюмы биҙәлә.
Сәхән костюмдарына был цехта иң һуңғы биҙәү эштәре башҡарыла. Алтын һәм ҡара төҫтәрҙәге селтәр төп героиня Розинаның итәгенә тегелә. Ҡара төҫтәге шымартылған сваровский таштары һәм махсус таҫма ярҙамында тегелгән был кейем элементы Фиореллоның яурынын биҙәйәсәк.
Сәхнәне яҡтыртыу, декорациялар ярҙамында хәл-ваҡиғалар һәм тарихи ысынбарлыҡты күрһәтеүгә лә етди иғтибар бүленә. Махсус эскиз буйынса әҙерләнгән декорация ҙур буҫтауға күсерелә. Ике өлөштән торған яңы постановка декорацияһында ҡаты деталдәр һәм йомшаҡ өлөштән торғандары ла ҡулланыла. Ижади коллектив та 88-се ижад миҙгелендә тулы көсөнә эшләргә, тамашасыларға күңел байрамы бүләк итергә әҙер.
Театрҙың тегеү цехынан алып бутафор цехына тиклем һәр майҙанда эш ҡайнай. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында ҡуйыласаҡ ҙур премьера сәнғәт һөйөүселәрҙе онотолмаҫ тәьҫораттар менән байытасаҡ тип күҙаллана. Беренсе сентябргә театр коллективы тоғро тамашасыларын яңы ижад миҙгеленә көтөп ҡала.
Гүзәл Борханова




