Башҡортостанда мәғрифәтсе Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевты иҫкә алалар

Республика  Милли әҙәбиәт музейы  бөйөк мәғрифәтсе, этнограф, йәмәғәт эшмәкәре, шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев тыуыуына 185 йыл тулыуға әҙерлек эштәрен башлап, бөгөн уның йорт музейында күсмә семинар үткәрә. Ҡырмыҫҡалы районы Ибраһим ауылындағы  сарала әҙәбиәт белгестәре, ауылдаштары, яҙыусылар менән берлектә Өмөтбаевтың тормош юлына байҡау яһала, исемен мәңгеләштереү буйынса эштәр барлана. Семинар - кәңәшмә бөйөк шәхестең ҡәберенә һәм һәйкәленә сәскәләр һалыу, шағир рухына аят уҡыу менән тамамлана.

Фото №1 - Башҡортостанда  мәғрифәтсе  Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевты  иҫкә  алалар
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ