Ҡалтасы районынан Диләрә Низаметдинова 7 йыл дауамында башҡорт тоҡомло аттар үрсетә

Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙып сыҡты. «Юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң ул беҙҙең аграр университетта өҫтәмә белем алған һәм ата-әсәләре ярҙамы менән «Экони» йылҡы фермаһы асҡан. Бөгөн Диләрә ҡеүәтле крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы. Уның хужалығында 450 баш мал иҫәпләнә.

Фермер әйтеүенсә, ул башҡорт тоҡомло аттар фанаты. Улар бик үҙенсәлекле хайуандар-һалҡын климат шарттарына тиҙ яраҡлашалар, малдың иммунитеты көслө һәм юғары сифатлы продукция бирә. Крәҫтиән-фермер хужалығында йылҡы үрсетеүҙән тыш, ит продукцияһы етештерелә. Биләмәне үҫтереү өсөн дәүләт ярҙамы күрһәтелде. 2022 йылда Диләрәгә хужалыҡты үҫтереү өсөн 12,8 милллион һумлыҡ»Ғаилә фермаһы«гранты тапшырылды. Был суммаға аттар һаны арттырыла, ашлыҡ әҙерләү өсөн техника алына, яңы цех төҙөлә. Һөҙөмтәлә фермер һөт йүнәлешен үҙләштереү маҡсатын ҡуйған. Әйткәндәй, республикала ғаилә фермаларына ярҙам күрһәтеү-уңышлы тәжрибә. 2020 йылдан алып 98 фермер 887 миллион һумға грант алды. Башҡортостанда ауыл хужалығында эшләүсе йәштәрҙе күреү-ҡыуаныслы. Тырыш, маҡсатлы йәштәргә уңыштар теләйем. Ә беҙ һәр яҡлап та ярҙам итергә әҙер», тип белдергән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.

Волна
Акции БСТ