Башҡортостанда хәрби хеҙмәткә контракт буйынса ҡабул итеү дауам итә

Өфөләге «Защитник» үҙәгендә республика район-ҡалаларынан ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән дә килеүселәр өсөн бөтә шарттар булдырылған. Үҙәктә банк хеҙмәткәрҙәре финанс буйынса аңлатыу эштәре алып бара, табиптар тикшереүҙәр үткәрә, ә инструкторҙар хәрби әҙерлек уҙғарыу менәнә шөғөлләнә. Хәрби хеҙмәткә һайлап алыныу процедураларын бер көн эсендә тулыһынса үтергә була. Контракт төҙөгән яугирҙарға 210 мең һумдан юғары эш хаҡы түләнә. Шулай уҡ махсус заданиелар үтәгән хәрбиҙәргә өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн 50-нән ашыу ярҙам сараһы ғәмәлдә.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ