Иглин районында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы табип менән осрашыу үтте

Иглин районының «Барыһы ла Еңеү өсөн» ирекмәндәр штабында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы табип менән осрашыу үтте. «Космос» ҡушаматлы яугир яҡташтары менән аралашып, алғы һыҙыҡтағы яңылыҡтар менән уртаҡлашты. Яугир махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән 2022 йылда юлланған. Рәсәй оборона министрлығы менән контракт килешеүе төҙөгәндән һуң Достовалов исемендәге батальонда хеҙмәт итә башлаған. Алғы һыҙыҡта ул тиҫтәләрсә яраланған һалдат ғүмерҙәрен ҡотҡарған.

Иглин ирекмәндәре штабта яугир өсөн экскурсия ойоштороп, бүләктәр тапшырҙы. Күңел йылыһы менән үрелгән маскировка селтәрҙәрен, йылы кейемдәрҙе хәрби ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң алғы һыҙыҡҡа алып барасаҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ