Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы МХО биләмәһенән экспонат менән тулыланды

Сибай тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы махсус хәрби операция биләмәһенән экспонат менән тулыланды. Гаубица гильзаһы хәҙер ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына күрһәтеләсәк. Уны активист һәм ирекмән Руслан Таһиров тапшырҙы. Ул даими рәүештә яугирҙарға гуманитар йөк ташый. Музейға Руслан улы Вадим менән килде, ул да гуманитар миссияларҙа ҡатнаша.

Был гаубицаның гильзаһын «Рапира» тип йөрөтәләр. Уны Шайморатов батальоны яугирҙары Бахмут йүнәлешенән алып ҡайтып тапшырҙы. Оҙонлоғо 85 миллиметрлыҡ ҡоролма беҙҙең ҡораллы көстәрҙә электән ҡулланыла. Был музейға беҙҙең тарафтан тапшырылған тәүге экспонат ғына түгел.

Руслан Таһиров, «Йәмәғәт башланғыстары союзы» төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ