Шаран районының Шаранбаш-Кенәз ауылындағы «Бригантина» һауыҡтырыу лагерында дзюдосыларҙың күнекмә сборы үтте. Сарала Шаран, Туймазы райондары, Приютов ҡасабаһы, Дәүләкән, Бөрө һәм Бәләбәй ҡалаларынан 6 йәштән 18 йәшкә тиклемге спортсылар ҡатнашты.
Лагерҙа бындай йыйындар 8 йыл рәттән, Рәсәйҙең спорт мастеры, Шаран районының балалар ижады һәм спорт үҙәге етәксеһе Салауат Хөсәйеновтың тәҡдиме менән үтә. Әле үҫмерҙәр Туймазы ҡалаһында август аҙағында уҙасаҡ дзюдо буйынса республика беренсклегенә әҙерләнә. Күнекмәләрҙе юғары категориялы тренерҙар Марсель Хәбиров, Юрий Лоншаков шулай уҡ 10 тапҡыр Башҡортостан чемпионы Сергей Комиссаров, тренер Дмитрий Агапитовтың тәрбиәләнеүсеһе Мөхәмәт Мортазин уҙғара.



