Тыуған ерҙә көс туплағандан һуң йәнә ватан һағына. «Өфө-Арена» алдындағы майҙанда яугирҙарҙы фронтҡа оҙатыу тантанаһы үтте. Сарала власть органдары һәм хәрби комиссариат вәкилдәре ҡатнашты. Сығыш яһаусылар ил һаҡсыларына махсус хәрби операция барышында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткереп, уларға хәйерле юл теләне. Ике аҙналыҡ ял ваҡытында хәрбиҙәр күберәк ваҡытын яҡындарын менән үткәрергә тырышҡан, шулай уҡ йорт эштәре менән дә булышып өлгөргән.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ республика ярҙамында бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин ителә. Башҡортостан халҡы гуманитар ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша. Бөгөнгә Донбасс тарафтарына 160-ҡа яҡын гуманитар ылау оҙатылған. Ватан һаҡсыларын йөрөтөү өсөн уңайлы автобустар бүленгән.



