2001 йылдан алып фонд тарафынан эш урынында йәрәхәтләнгән 1400 кешегә автомобилдәр тапшырылған. Был юлы йәнә лә 16 кеше транспортлы булды. Заманса техника хужаларының физик мөмкинлектәре сикләнгәнен иҫәпкә алып йыһазландырылған һәм ҡул менән идара итеү системаһы менән тәьмин ителгән. Яңы автомобиль алып ҡыуанған ир-егеттәр шатлығын беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡлашты һәм тимер аттарҙың уңайлыҡтарын өйрәнде. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Фонд етәксеһе Фәнил Вәхитов эш урынында зыян күргән 16 кешегә өр-яңы Lada Granta автомобилдәре асҡыстарын тапшырҙы. Яңы транспорт ир-егеттәрҙең тормошон, йәшәү кимәлен бер-нисә баҫҡысҡа юғары күтәрәсәк. Улар заманса техника ярҙамында район үҙәгенә магазинға, дауаханаға йә булмаһа аптекаға йөрөүҙән тыш, ғаиләһе менән ял итергә лә бара аласаҡ. Фонд етәксеһе өр-яңы автомобиль хужаларына еңел сәфәрҙәр, юлдарында һәр ваҡыт йәшел уттар ҡабыныуын теләне.
Тәүге тапҡыр автомобиль алған Радик Фәхриевтың ҡыуанысының сиге юҡ. Транспорт сараһы уның һәм ғаилә ағзаларының тормошон күпкә еңеләйтә. Бынан ары улар такси йә булмаһа маршрут автобустарын көтөп ваҡыт уҙғармаясаҡ. Көндәлек тормош мәшәҡәттәрен ошо транспорт ярҙамында хәл итәсәк.
Илештән Искәндәр Диниев иһә тимер атын дүртенсегә яңырта. Үҫмер сағында ураҡ осоронда комбайнер ярҙамсыһы булып эшләгәндә аяғы урғысҡа эләгеп, ауыр тән йәрәхәттәре алыу сәбәпле мөмкинлеге сикләнә. Искәндәр Зыяҡай улы социаль фонд ярҙамында иң башта «Ока» автомобилле булһа, бөгөн уның ҡулында өр-яңы «Лада-Гранта» асҡысы.
Автомобиль тапшырыу — эш урынында бәхетһеҙ осраҡтарға тарыған граждандарҙы реабилитациялауҙың мөһим өлөшө. Уларға шулай уҡ бер тапҡыр түләнә торған пособие һәм ай һайын страховка түләүҙәре билдәләнә, кәрәкле техник реабилитация саралары: протездар, протез-ортопедик әйберҙәр, дарыуҙар, шифахана-курорттарға юлламалар бирелә, шул уҡ ваҡытта дауаланыу ваҡытында өҫтәмә отпуск бирелә һәм юл хаҡы тулыһынса ҡаплана. Рәсәй Социаль фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе вәкәләттәренә ҡараған мәсьәләләр, шул иҫәптән эш урынында зыян күргән граждандарҙы тәьмин итеү буйынса берҙәм бәйләнеш үҙәгенә 8-800-100-00-01 телефоны буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин (шылтыратыу бушлай, эш графигы дүшәмбе—кесе йома иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға, йома иртәнге 9-ҙан киске 5 тула 15 минутҡа тиклем).
Гүзәл Борханова



