«Башҡортостан» телерадиокомпанияһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре эшмәкәрлеген яҡтыртыуға йүнәлтелгән «Медицина һәм профсоюз» республика конкурсының еңеүсеһе тип танылды.
Икенсегә уҙғарылған бәйгегә матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренән ҡырҡтан ашыу заявка ҡабул ителгәйне. БСТ телеканалының «Яңылыҡтар» хеҙмәтенән бер юлы ике коллегабыҙ — Анастасия Ильчибаева менән Гөлназ Хәйбуллинаның репортаждары юғары баһаланды. Конкурсты Рәсәй һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюздар ойошмаһының Башҡортостандағы ойошмаһы һәм төбәктең һаулыҡ һаҡлау министрлығы Республика Журналистар союзы менән берлектә ойошторған. Профсоюз эшмәкәрлеген иң яҡшы яҡтыртҡан баҫма тип Баҡалы районының «Ауыл таңдары» гәзите редакцияһы танылды.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин журналистарға материалдарында медицина хеҙмәткәрҙәренең позитив имиджын булдырғаны өсөн рәхмәт белдерҙе. Табип һөнәренең абруйын күтәреү буйынса берҙәм эш алып барыу мөһимлеге билдәләнде. «Бөгөн төбәктең һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә 70 меңдән ашыу кеше эшләй, аҡ халатлылар тәүлек әйләнәһенә кеше ғүмерҙәре һағында тороп, көн һайын ҡаһарманлыҡ күрһәтә», — тине ведомство етәксеһе. Сара сиктәрендә төбәктең һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре профсоюз ойошмаһы Башҡортостан Журналистар союзы менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү ҙә төҙөнө.



