Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә яҙып сыҡты. Октябрьскийҙа: «Мираҫ һаҡлау», Дүртөйлөлә «Иванай баҡсаһы», Шишмәлә «Дуҫлыҡ шишмәһе», Үрге йәркәйҙә «Дуҫлыҡ ептәре» һәм Кушнаренко ауылында «Топорниндар һуҡмағы» проекттары билдәләнде.
Беҙҙең муниципалитет командаларына, Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына һәм Башҡортостан ҡалаларын һәм ауылдарын үҫтереү Институтына оло рәхмәтемде еткерәм. Иҫегеҙгә төшөрәм, был конкурс йыл һайын «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла. Дөйөм алғанда, республиканан конкурста 39 проект еңеү яуланы, уларҙың 27-һе тормошҡа ашырылды. Конкурс ярҙамында йәмәғәт урындарын тәртипкә килтереү өсөн 3,3 миллиард һум аҡса йәлеп ителде. Быйыл проект буйынса төҙөлөш эштәре Баймаҡта һәм Ишембай районы Верхотор ауылында тамамлана. Бәләбәй, Благовещен, Нефтекама, Салауат һәм Учалы ҡалаларында реконструкция эштәре башланып тора. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең республика күҙгә күренеп үҙгәрҙе. Һәр район-ҡалала заманса биләмәләр барлыҡҡа килде. Йыл һайын төҙөкләндерелгән йәмәғәт урындары һаны арта, тип яҙған Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.



