Студенттар отрядтарына яҙылған 5 мең ярымдан ашыу егет-ҡыҙ йәйге каникул осоронда хеҙмәт урыны менән тәьмин ителгән. Уларҙың күпселеге төрлө предприятиеларҙа эшләп, яңы һөнәр үҙләштерә. Хеҙмәт хаҡтары-20 мең һумдан 110 мең һумға тиклем етеүе билдәле. Балалар һауыҡтырыу лагерҙарында вожатый булараҡ эшкә урынлашыусылар араһында педагогия колледждары студенттары ла бар. Өфө районындағы «Огонёк» балалар һауыҡтырыу лагерында ла йәштәр практикала үҫеп килгән быуын менән эшләргә өйрәнә. Иллегә яҡын вожатый араһында егермеһе-студенттар отряды вәкилдәре.
Төбәктә Студенттар отрядын үҫтереү мәсьәләләре буйынса Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы ведомство-ара координация советы эшләй. Мартта үткән тәүге ултырышта республика башлығы Радий Хәбиров хәрәкәттә ҡатнашыусылар күрһәткесен арттырыу, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттары менән эште әүҙемләштереү бурысын ҡуйғайны.



