Хәйбуллала «Ғаилә» үҙәге яугирҙар әсәләре өсөн арт-терапия ойошторҙо

Хәйбулла районында «Ғаилә» үҙәге әүҙем эшләп килә. Уның хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙарҙың әсәләре өсөн арт-терапия үткәрҙе. Ойоштороусылар әсәләр менән үҙенсәлекле күнекмәләр ойошторҙо, улар ҡатын-ҡыҙҙар күңеленә хуш килде. Бындай саралар Башҡортостан башлығы ҡушыуы буйынса ойошторола. Осрашыуҙар ваҡытында әсәләргә оҫталыҡ дәрестәре, лекциялар һәм тренингтар үткәрелә. Маҡсат-махсус хәрби операция яугирҙарының әсәләре тураһында хәстәрлек күреү. Сарала ҡатнашыусылар билдәләүенсә, бындай осрашыуҙар уларҙың кәйефенә ыңғай йоғонто яһай.

Бынан тыш, райондың «Тыуған тыл. Хәйбулла» ирекмәндәр хәрәкәте махсус хәрби операция яугирҙарына ярҙам итеү буйынса ҙур эш алып бара. Урындағы халыҡ ярҙамы менән алғы һыҙыҡҡа даими рәүештә гуманитар ылау оҙатыла. Яңыраҡ ирекмәндәр яҡташтарына ике йөҙ мең һумдан ашыу аҡса йыйып радиоэлектрон көрәш саралары ебәргән.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ