Ҡырмыҫҡалы районында мопед менән идара итеүсе 15 йәшлек үҫмер аварияға тарып һәләк булған

Илтуған ауылы Почта урамында мопед водителе идара итеү хәрәкәтен юғалтып КАМаз аҫтына инеп тапала. Йәш егеттең ғүмере ваҡиға урынында уҡ өҙөлә. Республикала был аҙнала балалар ҡатнашлығында дүртенсе авария теркәлде. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары, ата-әсәләргә балаларҙы үҙаллы юлға сығармаҫҡа, транспорт саралары менән иғтибарлы булырға саҡыра.

Тикшереүгә ярашлы, Комета мопедындағы бәлиғ булмаған водитель һулға боролғанда идара итеү һәләтен юғалтып ҡаршы килгән КаМАЗға бәрелә. Йөк машинаһы рулендә 64 йәшлек водитель булған. Үҫмер ваҡиға урынында уҡ һәләк була. Осраҡ буйынса тикшереү дауам итә.

Марсель Бикташев, Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһының пропаганда бүлеге өлкән инспекторы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ