Быйыл ойошмалар алдында 1 сентябргә йылытыу миҙгеленә әҙерлек эштәрен тамамлау бурысы ҡуйылғайны. Шаран районындағы «Тепловик» йәмғиәте район үҙәгендәге ике ҡаҙанлыҡты һәм оҙонлоғо 17 километрға яҡын йылылыҡ трассаһын хеҙмәтләндерә, барлығы 73 ойошма һәм учреждениены йылылыҡ менән тәьмин итә.
Алдағы йылытыу миҙгеленә әҙерлек барышында косметик ремонттан тыш, ойошманың төп ҡаҙанлығында йылытыу системаһы ремонтлана, батареялар һәм башҡа ҡорамалдар алыштырыла. Ҡаҙанлыҡта йылытыу системаһына даими рәүештә диагностиКа үткәрелә, һыу сифаты тикшерелеп тора. Былар барыһы ла ойошмаға район үҙәге халҡын йылы менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү мөмкинлеге бирә. Ойошма етәкселеге белдереүенсә, йылытыу миҙгеленә әҙерлек ваҡытында тамамланасаҡ.



