«Ғаилә» үҙәге белгестәре ишле ғаиләлә тәрбиәләнгән малай-ҡыҙҙарҙы ҡыуандырҙы. Быйыл акция 15-се тапҡыр ойошторола. «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» акцияһы сиктәрендә Баймаҡ районының эшҡыуарҙары, предприятие-учреждение коллективтары, айырым кешеләр ауыр тормош хәлендә ҡалған, күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләүгә йылдағыса ихлас ҡушылды.
Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Земфира Байғолова ярҙамды ҙур һөйөнөс менән ҡабул итте. 6 мең һумлыҡ сертификатҡа ул 11 йәшлек ҡыҙы Регинаға, һәм 1-се класҡа барыусы улы Радмирға мәктәп кейемдәре һайлап алды.
Шәфҡәтлелек акцияһы сиктәрендә кеше хәлен аңлаған, тирә-йүндәгеләргә битараф булмағандарҙың тырышлығы менән йыл да Баймаҡ районының ишле, ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләренә ҙур ярҙам күрһәтелә.
Рүзилә Ғүмәрова



