Сара “Армия. Мәҙәниәт. Берҙәмлек” девизы аҫтында үтә. Ул республика Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән ойошторола. Совет майҙанында “Көҙ романтикаһы” классик музыка фестивале уҙа, “Геройҙар ваҡыты” Бөтә Рәсәй патриотик йырҙар конкурсына йомғаҡ яһала. Бөгөн ғәскәр төрҙәре флагтары парады була. Республика милли музейында “Мәҙәниәт армияһы” һәм “Рәссам күҙҙәре менән махсус хәрби операция” исемле күргәҙмә асыла. Республика мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова һөйләй.
Армия мәҙәниәте көндәре 27 августҡа тиклем дауам итә. Уның барышында республика район һәм ҡалаларҙа тематик осрашыуҙар, концерт һәм конкурстар ойошторола. Тулы мәғлүмәт менән “Башҡортостандың Мәҙәни донъяһы” порталында танышырға була.




