Өфөлә бөгөн “Көҙ романтикаһы” халыҡ-ара классик музыка фестивале башлана

Сара Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән өсөнсө йыл ойошторола. Быйыл ул Армия мәҙәниәте көндәре барышында уҙа. Совет майҙанында музыкаль кромпозициялар, симфония, опера ариялары тәҡдим ителә. Бөгөн тамашасылар “Һуғыш йылдары йырҙары”н тыңлай ала. Легендар композицияларҙы Рәсәй һәм Белорусь республикаһының билдәле артистары Башҡортостандың дәүләт академия симфоник оркестры менән бергә башҡара. Республика Милли симфоник оркестрының генераль директоры Артур Нәзиуллин:

Өфөлә бөгөн “Көҙ романтикаһы” халыҡ-ара классик музыка фестивале башлана

“Көҙ романтикаһы” халыҡ-ара классик музыка фестивале 24 августҡа тиклем дауам итә. Иртәгә Совет майҙанында Дмитрий Шостаковичтың “Ленинград” симфонияһы һәм Петр Чайковскийҙың  оркестр менән фортепиано концерты көтөлә. Тамашалар киске 6-ла башлана.

Фото №1 - Өфөлә бөгөн “Көҙ романтикаһы” халыҡ-ара классик музыка фестивале башлана
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ