Сибай филармония егеттәре ҡатнашлығындағы тамаша 25 августа Совет майҙанында була. Хәрби фронт бригадаларында хеҙмәт иткән һалдаттар республика ҡалаларында, ветерандар госпиталендә концерттар ҡуя. Республика мәҙәниәт министры урынбаҫары Наталья Лапшина һөйләй.
Республикала “Армия мәҙәниәте көндәре” башланды. Район һәм ҡалаларҙа 300-ҙән ашыу таматик саралар үтә. Коцерт, күргәҙмә, оҫталыҡ дәрестәре, эшлекле осрашыуҙар ҡаралған.




