Өфөлә “Һалдатҡа хат” акцияһы башланды

Ул Армия мәҙәниәте көндәре барышында уҙғарыла. Теләгән һәр кем махсус яугирҙарға теләктәшлек белдерә, хуплау һәм рәхмәт һүҙҙәре яҙа ала. Хаттар Совет майҙанында ҡуйылған йәшниккә туплана. Унда шулай уҡ ҡағыҙ һәм конверт алырға була. Ойоштороусылар белдереүенсә, бөтә хаттар яҡын арала гуманитар ылау менән алғы һыҙыҡҡа ебәрелә. “Балаларҙың һүрәттәре һалдаттарҙың блиндажын биҙәй. Ҡыҙҙар һәм малайҙар һәр саҡ матур хаттар яҙа. Тыуған яҡтан килгән хәбәрҙәр һалдаттарҙың кәйефен күтәрә, уларҙың рухын нығыта”, - ти ойоштороусылар. “Һалдатҡа хат” акцияһы 27 августҡа тиклем дауам итә. Сараны Республика Хәрби Дан музейы һәм Өфө ҡалаһы тарихы музейы уҙғара.

Фото №1 - Өфөлә “Һалдатҡа хат” акцияһы башланды
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ