Өфөлә йәшәүсе Илгиз Ишмаев тыумыштан ҡулһыҙ булыуға ҡарамаҫтан, таксист булып эшләй

Буш ваҡытта водитель ирекмән булараҡ изге эштәр башҡара . Ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына дарыуҙар, аҙыҡ-түлек ташый. Ә инде таксиға мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ултырғанда ул юл өсөн аҡса алмай. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Илгиз Ишмаев хәрәкәттә-бәрәкәт девизына таянып йәшәй.Тыумыштан ҡулһыҙ ир икенсе төркөм инвалиды. Әммә ҡаршылыҡтарға ҡарамай, ул махсус уҡыуҙар үтеп таксист булып эшкә урынлаша . Ун йыл рулдә йҫөрөгән водителгә клиенттар берсә аптырап , берсә һоҡланып ҡарай.

Мөмкинлектәре сикле булыуға ҡарамаҫтан Илгиз Ишмаев 16 йәшендә тимерҙән ҡаҙаҡтар эшләп һата башлаған . Йәш сағында уҡ өйләнеп малай тәрбиәләп үҫтерә . Улы һәм дуҫтары менән футбол уйнарға ярата. Ял көндәрендә даими спорт менән шөғөлләнә. Бынан тыш ул Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ярҙам итергә тырыша. Таксист өлкән йәштәгеләргә дарыу, көндәлек кәрәк-яраҡтар, аҙыҡ- түлек алып барып тапшыра.

63 йәшлек Илгиз Ишмаев таксиға мөмкинлектәре сикләнгән граждандар ултырғанда юл хаҡы өсөн аҡса алмай. Инвалид тормошон яҡшы белгән ир һәр нәмә аҡса менән генә иҫәпләнмәй, ҡай саҡта кешегә мәрхәмәхәтлек күрһәтеп, уның рухын күтһреү күпкә яҡшыраҡ, тигән фекерҙә.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ