Хәйбулла районында «Ветерандар ихатаһына хәстәрлек һәм иғтибар!» төбәк смотр-конкурсы дауам итә

Хәйбулла районында «Ветерандар ихатаһына хәстәрлек һәм иғтибар!» төбәк смотр-конкурсы дауам итә. Ун дүртенсе йыл рәттән уҙғарылған мәртәбәле бәйге йомғаҡтары муниципалитеттың алты зонаһы буйынса билдәләнде. Оло быуын вәкилдәрен әүҙемләштереүгә, уларҙың мәшғүллеген ойоштороуға һәм шәхси хужалыҡтарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән сара урындағы халыҡ араһында популяр. Әйтәйек, Яңы Ергән ауылында уҙғарылған бәйгегә Аҡъяр һәм һәм Федоровка ауыл биләмәләренән конкурсанттар йыйылды. Ҡунаҡтар Билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскә һалыуҙа ҡатнашты. Унан һуң үҙҙәре етештергән продукцияһы, ҡул эштәре менән күргәҙмә-йәрминкәлә сығыш яһаны.

«Ветерандар ихатаһы» - Хәйбулла районында хаҡлы ялдағыларҙы - баҡсасылар, умартасыларҙы берләштереүсе сара. Майҙанда үҙешмәкәр коллективтар тарафынан һәр йылдағыса байрам концерты ҡуйылды. Уның аҙағында комиссия ағзалары конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Барлыҡ ҡатнашыусылар рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән бүләкләнде.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ