«Башҡортостан геройҙары» проектында ҡатнашыусылар дәүләт идараһында стажировка үтә

Алғы һыҙыҡтағы ҡаһарманлы юлдан һуң Республика Хөкүмәтендә һәм район-ҡала хакимиәттәрендә эш тәжрибәһе туплана. «Башҡортостан геройҙары» проектында ҡатнашыусылар төбәктең идара командаһынан остаздар ҡарамағында стажировка үтә.

Алексей Савельев махсус хәрби операцияла Харьков йүнәлешендә хеҙмәт иткән. Ватанға хеҙмәт итеү тәжрибәһе ҙур - Чечен, шулай уҡ 2014 йылда Луганск халыҡ республикаһындағы хәрби хәрәкәттә ҡатнашҡан. Әле ветеран ойошмаларға ярҙам күрһәтеү менән шөғөлләнә. «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектында ул Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев остазлығында идара итеү тәжрибәһен арттыра. Халыҡ алдында сығыш яһау булһынмы, кәңәшмәләр, эш сәфәрҙәре уҙғарыумы - парламент етәксеһе һәр яҡлап ярҙам күрһәтә.

Проектҡа һайлап алынған, яңы быуын идарасылары булараҡ белемен арттырған замандаштарыбыҙ үҙҙәрен ысын патриоттар итеп күрһәткән яугирҙар. Илһөйәрлек - дәүләт эшенең иң төп идеяһы

Константин Толкачев, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе

Константин Борисович Толкачевтың уҡыусыһы булыу - минең өсөн оло бәхет, ҙур яуаплылыҡ та. Уның тормош тәжрибәһе бай. Остазыма һоҡланам, туплаған белемем киләсәк тормошомда ныҡ ярҙам итәсәк.

Алексей Савельев, «Башҡортостан Геройҙары» проектында ҡатнашыусы
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ