Өфө транспорт полицейскийҙары Ағиҙел йылғаһы буйлап сираттағы рейдҡа сыҡты

Һыу обьекттарында иҫкәртеү саралары. Өфө транспорт полицейскийҙары Ағиҙел йылғаһы буйлап сираттағы рейдҡа сыҡты. Һыу транспортында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлауға һәм иҫкәртеүгә, пассажирҙарҙың һәм судноларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән рейд хаҡында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Резина кәмәнең хужаһы балыҡ ҡармаҡларға ҡотҡарыу жилеты кеймәй сыҡҡҡан. Уға ҡарата һыу транспортында йөрөү ҡағиҙәһен үтәмәгәне өсөн административ хоҡуҡ боҙоу тураһында акт тултырылды, бының өсөн 300 һум күләмендә штраф ҡаралған. Ағиҙел йылғаһында һыу транспортын тикшереүҙәрҙә Рәсәй эске эштәр министрлығының транспорт идаралығы,Өфө транспорт прокуратураһы, Росгвардия, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса баш идаралығының бәләкәй үлсәмле суднолар буйынса инспекцияһы үҙәге хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.

Ә был катер хужаһы һыу транспортында йөрөү һәм йылғала балыҡ тотоу ҡағиҙәләрен инҡар итмәүселәрҙән булып сыҡты. Уның катеры 4 метрҙан ашмай, балыҡты ла рөхсәт ителгән урында ҡармаҡҡа ғына тота.

Беҙ ял көндәрендә Ағиҙелдә балыҡ тотабыҙ, ҡотҡарыу жилеттарыбыҙ кейелгән, спиртлы эсемлектәр ҡулланмайбыҙ.

Виктор Чубич, балыҡсы

Балыҡ ҡармаҡлаусы дуҫтарға ҡарата инспкторҙарҙың дәғүәләре булманы.

Аҡ билдә һул яҡты, ҡыҙыл билдә судноның уң яҡ юлын күрһәтә. Был транспорт сараһы был билдәләрҙән күпкә ситтәрәк тора. Минең уларға ҡарата дәғүәм юҡ.

Алмаз Фәйрушин, Рәсәй эске эштәр министрлығының транспорт буйынса Өфө линия идаралығы инспекторы

Был кәмәлә тотош ғаилә сәйәхәт итә. Илья Антроповтың йылғала йөрөү тәжрибәһе ике тиҫтә йылдан ашыу. Уның һыу йөрөү сараһының оҙонлоғо 4 метрҙан артмай. Әммә яуаплы һәм хәстәрлекле атай һыу транспортына бәйле рәсми документтарын һәр ваҡыт үҙе менән йөрөтә.

Катерҙа булһынмы, гидроскутерҙамы, һәр кемдә һаҡланыу жилеты булырға тейеш. Һыу транспортында йөрөү ҡағиҙәләрен бер ҡасан да инҡар итмәйем. Шулай хәйерлерәк.

Илья Антропов, ял итеүсе
Башбат

Рәсәй эске эштәр министрлығының транспорт буйывнса Өфө линия идаралығы бәләкәй суднолар хужаларын эске һыу юлдарында хәүефһеҙлек, бәләкәй кәмәләр менән файҙаланыу ҡағиҙәләре талаптарын теүәл үтәргә саҡыра.Ҡағиҙәләрҙән тайпылмау йәрәхәтләнеү һәм кешеләрҙең һәләк булыуы менән бәйле бәхетһеҙ осраҡтарҙы, шулай уҡ бәләкәй кәмәләр ҡатнашлығындағы аварияларҙы иҫкәртеүгә булышлыҡ итә.

Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ