Ауылға ҡайтып миллион ал: Башҡортостан «Ауыл табибы» программаһы буйынса алдынғы төбәктәр рәтендә

Ауылға ҡайт та, миллионер бул. Башҡортостан «Ауыл табибы һәм фельдшеры» программаларын федераль финанслау буйынса Рәсәйҙең иң яҡшы 5 субъекты иҫәбенә инде. Йәш табиптарҙы ауыл еренә йәлеп итеү һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтерергә, медицина ярҙамын күрһәтеү шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Асҡын үҙәк район дауаханаһында 1 августан ете яңы белгес эш башлаған. Улар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.

Һуңғы имтихандарҙы тапшырып, ҡулына диплом алыуға әле бер ай ҙа тулмаған. Ленара Әхмәтованы Асҡын үҙәк район дауаханаһында көтөп ҡаршы алалар. Йәш терапевт Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағандан һуң, тыуған ауылына эшкә ҡайта. Әлегә табип роленә инеү ауырыраҡ, сөнки пациенттарҙы ҡабул итеү имтихан түгел, ә кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡты һиҙәһең, ти ул. Йәш терапевт уҡыуын ординатурала дауам итәсәк.

Асҡын үҙәк район дауаханаһы беренсе августан алып ете белгескә артҡан. Атап әйткәндә, терапевт, өс теш табибы һәм өс шәфҡәт туташы эшкә ҡайтҡан. Улар өсөн «Ауыл табибы» программаһына ярашлы аҡсалата түләү алыу - яҡшы бонус булып тора. Өфө ҡыҙы Лина Мөхәмәҙиеваның ауыл еренә күсеп килеүе шәхси теләге була.

«Ауыл табибы» программаһы йәш кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөргә һәм ауыл халҡына, айырыуса республиканың алыҫ райондарында медицина ярҙамының сифатын яҡшыртыуға мөмкинлек бирә.

Йәш табиптарҙы аҡсалата дәртләндереүҙән тыш, эшләү өсөн уңайлы шарттар ҙа булдырыла. Йыл аҙағына ҡарай Асҡын үҙәк район дауаханаһында яңы поликлинка файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Былтыр республикала «Ауыл табибы» программаһына ярашлы 300-гә яҡын медицина хеҙмәткәре түләүҙәр алған. Быйыл районға ҡайтып эш башлағаны өсөн 129 табип, 33 фельдшер һәм 49 белгескә йәмғеһе 210 миллион һумлыҡ компенсация түләнәсәк.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ