Сара имам Хөсәйенбәк иҫтәлегенә, Ватан һаҡлаусылар йылы һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналды. Мәртәбәле сараға республиканың төрлө мөйөштәренән диндарҙар йыйылды. Иң йәш уҡыусылар «Мин исламды таныйым» ҡөрьән уҡыусылар конкурсында ҡатнашты. 4 йәштән алып 15 йәшкә тиклемге балалар жюри ағзаларына намаҙ уҡыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләне һәм мөнәжәттәр башҡарҙы. Имамдар баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин етәкселегендә Аҡзыяратҡа барып, Башҡортостандың беренсе имамы Хөсәйенбәк иҫтәлегенә доғалар бағышланы. Әйткәндәй, быйыл изге урын биләмәһендә тарихи-мемориаль комплекс төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителде. Реставрация эштәре Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу сиктәрендә ғәмәлгә ашырыласаҡ.



