Башҡалала «Көҙ романтикаһы» фестивале тамамланды

«Көҙ Романтикаһы» халыҡ-ара классик музыка фестивале өсөнсө йыл рәттән уҙғарылды. Мәҙәни байрам Өфөнөң Совет майҙанында меңәрләгән музыка һөйөүселәрҙе берләштерҙе. Йылдан-йыл фествалдә ҡатнашыусылар географияһы ла киңәйә. Тамашасылар ҙа ил күләмендәге мөһим мәҙәни ваҡиғаны көтөп алған. Был юлы «Көҙ романтикаһы» классик музыка фестивале «Армия мәҙәниәте көндәре» сиктәрендә ойошторолдо. Йылдың иң сағыу мәҙәни сараһына махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугирҙар һәм уларҙың ғаиләләре лә саҡырылды.

«Көҙ романтикаһы»- классик музыканы яратыусы тамашасы өсөн донья күләмендәге билдәле симфонияларҙы асыҡ һауала, тура эфирҙа тамаша ҡылыу мөмкинлеге лә. Фестивалде йомғаҡлау көнөндә Заһир Исмәғилевтың йөрәккә үтеп инеүсе «Салауат» симфоник поэмаһы, Андрей Бородиндың «Кенәз Игорь» операһынан «Ҡыпсаҡ бейеүҙәре», Сергей Рахманиновтың 1-2 симфониялары, Петр Чайковскийҙың «Аҡҡош күле» балеты сюитаһы яңғыраны. «Салауат» симфоник поэмаһы йөрәккә үтеп инә. Үлемһеҙ әҫәрҙәр мәҙәни зауыҡ тәрбиәләй. Танылған композиторҙарҙың төрлө йылдарҙа ижад ителгән әҫәрҙәре бөгөнгө көнгә лә ауздаш. Классик музыка Рәсәй халҡын нацимзмға ҡаршы көрәштә берләштерә.

Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ