Өфөнән 5 йәшлек Эмиль Садиҡовҡа ярҙам кәрәк

Ярҙам кәрәк! Өфөнән 5 йәшлек Эмиль Садиҡовты тиҙерәк яҡҡа баҫтырыу өсөн 6 миллион 300 мең һум күләмендә матди ярҙам талап ителә. Эмилгә ҡатмарлы ортопедик әмәлиәтте 15 сентябрҙә уҙғарыу күҙаллана. Ата-әсәһенә рәсми саҡырыу ҡағыҙы ла ебәрелгән. Әмәлиәт Грецияның Афины ҡалаһында башҡарыласаҡ.

Әлегә мәрхәмәтле һәм изге күңелле кешеләр ярҙамы менән кәрәкле сумманың 2 миллион ярым һумы йыйылған.

5 йәшлек Эмиль бөхтәлек һәм тәртип ярата. Һәр иртә һайын йоҡонан уяныу менән тештәрен, битен үҙаллы йыуа.Уға йыуыныу бүлмәһенә үҙ яаҡтарында атлап барыу ғына мөмкин түгел әлегә.

Эмиль 25 аҙналыҡ булып етлекмәй тыуа. Алдан тапшырған анализдар һәм узи тикшеренеүҙәре әсәнең һәм баланың һаулығы нормала булғанын күрһәтә. Бала табыу юлдарынан ҡапыл ҡан килгәс, сабый әмәлиәт ярҙамында донъяға килә. Бала һәм әсә табип күҙәтеүендә була. Әммә үкенескә күрә 3 көндән һуң Эмилдең баш майеһенә ҡан һауа, был уның һеңерҙәренә һәм янбаш быуындарына зыян килтерә. Бөтәһенә лә бала ятҡылығына инфаркт булыу сәбәпсе.

Табиптар хәрәкәтләнеү органдары зарарланыуын сабый организмының яңы шарттарға әҙер булмауы менән аңлата. Ата-әсәһе балаға оҙайлы реабилитация үткәрергә мәжбүр, бала үҙ аяҡтарында йөрөй алһын өсөн бар көсөн һала. Быйыл 15 сентябрҙә Эмилгә Грецияның Афины ҡалаһында түләүле әмәлиәт яһаясаҡтар. Әмәлиәттән һуң умыртҡа бағанаһын һәм аяҡтарҙы нығытыуға кәрәкле ҡорамалдар ҙа түләүле. Әлеге ваҡытта махсус үлсәүҙәр яһап, Краснодарҙан умыртҡа бағанаһын нығытыу өсөн корсет ҡайтартҡандар.

Биш йәшлек Эмиль Садиҡовҡа янбаш быуындарына ҡатмарлы әмәлиәт өсөн ярҙам йыйыу дауам итә. Һәр кем матди хәленә ҡарап тейешле сумманы 8-927-081-13-38 телефон һандары аша Фәнилә Фәнил ҡыҙы Мөхәмәтшинаға ебәрә ала. Мәрхәмәтле булайыҡ.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ