Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылында «Дәртле гармун моңдары» гармунсылар бәйгеһе үтте

Баймаҡ районы Үрге Иҙрис ауылында беренсе тапҡыр «Дәртле гармун моңдары» төбәк-ара гармунсылар бәйгеһе үтте. Тулыраҡ БЮТ ижади төркөмө әҙерләгән яҙмала.

«Дәртле гармун моңдары» төбәк-ара гармунсылар бәйгеһендә Бөрйән, Әбйәлил, Хәйбулла, Баймаҡ райондары, Сибай ҡалаһынан барлығы 47 конкурсант ҡатнашты. Конкурс гармунда уйнауҙы популярлаштырыу, һаҡлау һәм үҫтереү, тәжрибә уртаҡлашыу, ижади дуҫлыҡты нығытыу, яңы һәләтле коллективтарҙы асыҡлау маҡсатында ойошторолдо.

Хәйбулла районынан килгән «Еҙ төймә ансамбле»нда 10-дан ашыу ир-уҙаман шөғөлләнә. Унда төрлө һөнәр эйәләре тупланған, уларҙы ижадҡа, музыкаға булған һөйөү, гармун телдәрендә өҙҙөрөп уйнау берләштерә. Ансамблдең репертуары ла бик бай.

Бәйге бик ойошҡанлы һәм дәртле барҙы. Жюри ағзалары гармунсыларҙың башҡарыу оҫталығын, импровизация алымдарын ҡулланыу, сәхнә образының сағыулығын баһаланы. Тамашасылар ауылдарҙа гармун моңдары яңғыраған саҡтарҙы хәтерләп, бейеп, бергәләшеп моңланып ял итте.

Конкурстың йомғаҡтары буйынса Хәйбулла районының «Еҙ төймә» ансамбле Гран-прины яуланы, Иҙрис ауылының «Еҙ төймә»ләре 1-се урынды, 2-сене Темәс ауылының һәм Хәйбулла районының «Үҫәргән»е бүлеште, ә 3-сө урынға Сыңғыҙ ауылы һәм Әбйәлил районы гармунсылары лайыҡ булды. Еңеүселәргә Баймаҡ районы мәҙәниәте бүлегенең, Баймаҡ районы башҡорттар ҡоролтайының, Ҡолсора ауыл хәкимиәтенең дипломдары, маҡтау ҡағыҙҙары, бүләктәре тапшырылды.

Рүзилә Ғүмәрова

Волна
Акции БСТ