Фестиваль - Оборона министрлығы проекты. Сара “Армия. Мәҙәниәт. Берҙәмлек” девизы аҫтында үтә. Бөгөн Өфө театрҙарында яугирҙарға арналған спектаклдәр була. Милли йәштәр театры “Бер ғүмер етмәй икән” драмаһын күрһәтә. Әҫәр махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башкортостан яугирҙарының батырлығына арнала. “Спектаклдә Рәсәй Геройы Илдар Суфияров, Ҡаһарманлыҡ ордены кавалеры Фәнис Хөсәйенов һәм башҡа батырҙарҙың йыйылма образдары сағылдырыла”, - ти яҙыусы Мөнир Ҡунафин.
Бөгөн Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры “Яратам, тип әйтеп өлгөрмәнем” пьесаһын тәҡдим итә. Иртәгә артистар легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары һәм генерал Миңлеғәли Шайморатов иҫтәлегенә бағышланған спектакль күрһәтә.




